Өфө дәүләт авиация техник университеты яҡын киләсәктә тиҙ атлатҡыс итектәрҙе сериялы етештереүгә сығарырға уйлай. Аяҡ кейеме өлгөһөн университет студенттары уйлап тапҡан.
Идеяны уҡытыусылар коллективы ла күтәреп ала. Уникаль әйбер совет осоронан алып хәҙерге көнгә тиклем төрлө формаларҙа эшләнеп ҡарала. Бөгөн итектәр еңел һәм уңайлы, тип билдәләй университет уҡытыусыһы Сергей Атанов. Ҡоролманың принцибы автомобиль двигателе эшенә оҡшаш.
Әйткәндәй, шәп атлатҡыс итектәрҙе эшләү һөҙөмтәһендә Өфө дәүләт авиация техник университеты нигеҙендә «Студент формулаһы» конструкторҙар бюроһы асыла. Бында талантлы йәштәр идеяларын тормошҡа ашыра, төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, маҡтаулы урындар алыуға өлгәшә.
Әлфинә Килдейәрова




