Башҡортостанда “Ирәкташ” тигән экологик һуҡмаҡ булдырыла

Фото №1 - Башҡортостанда “Ирәкташ” тигән экологик һуҡмаҡ булдырыла

Премьер-министр Андрей Назаров үткәргән Хөкүмәт ултырышында шул турала иғлан ителде. Туристик юл “Ҙур Көньяҡ Урал һуҡмағы” маршрутының бер өлөшө була. Ирәкташ янында 13 гектарҙа урман ҡырҡылды. Халыҡ ризаһыҙлыҡ белдергәс кенә биләмәлә ағас әҙерләү туҡталды. Белорет районындағы Ирәкташ янында өс ял итеү зонаһы булдырыу ҡарала. Биләмә туристарҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Йәйге ваҡытта бында кеше күп була.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ