Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә байрамға әҙерлек мәсьәләһе ҡаралды. Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова ветерандарға медицина ярҙамы күрһәтеүгә айырым туҡталды.
Башҡортостанда 23 меңгә яҡын Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, инвалиды һәм тыл хеҙмәткәре бар. Республика Башлығы Радий Хәбиров район һәм ҡала хакимиәттәренә һәр ветеранға барып етергә һәм иғтибар итергә саҡырҙы.






