Премьер-министр Андрей Назаров үткәргән Хөкүмәт ултырышында ошондай мәсьәлә ҡаралды. Документ 2026 йылғаса иҫәпләнгән. Уға ярашлы, алдағы 5 йылда аҙыҡ-түлек һәм эшкәртеү ойошмалары һанын ике меңгә арттырыу һәм тауар оҙатыу күрһәткесен 200 миллиард һумға еткереү бурысы ҡуйыла. Былтыр беҙҙең республикала аҙыҡ-түлек етештереү индексы 104,5 процент булған. Һуңғы ваҡытта ауыл хужалығында эшкәртеүгә ҙур иғтибар бирелә.






