Һәр кем уны өйҙә онлайн яҙа ала. Оффлайн форматта мәктәп, юғары укыу йорттарында һәм башҡа ойошмаларҙа үткәрелә. Хәбәрсебеҙ радиотыңлаусыларҙан диктантҡа әҙерлеген белеште.
Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант 24 апрелдә уҙа. Унда ҡатнашыусылар өс төркөмгә бүленә. Башҡорт телен башлап өйрәнеүселәр, иркен аралашыусылар һәм башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында һөйләшеүсәләр өсөн текстар ҡаралған.






