Бөгөн Өфө кардиобелгестәрҙе ҡабул итә

Фото №1 - Бөгөн Өфө кардиобелгестәрҙе ҡабул итә

Өфөлә бөгөн “Кардиология һәм кардиохирургия – проблемаға бер ҡараш” тип аталған Бөтә Рәсәй конференцияһы үтә. Ул ошо минуттарҙа башланып тора. Форум республика кардиология диспансерының 40 йыллығы уңайынан ойошторола. Сарала Рәсәй һәм Италияның иң оҫта кардиохирургтары һәм кардиологтары ҡатнаша. Белгестәр йөрәк сирҙәрен иртәрәк асыҡлау һәм дауалау, шулай уҡ ауырыуҙарҙы иҫкәртеү тураһында фекер алыша. Ентекләберәк киләһе сығарылыштарҙа.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ