Өфөнөң Кооператив яланы биҫтәһендә 54 йорт алды участкаһы һыу аҫтында ҡалған

Фото №1 - Өфөнөң Кооператив яланы биҫтәһендә 54 йорт алды участкаһы һыу аҫтында ҡалған

Ике кеше хәүефһеҙ урынға күсерелгән, ҡалғандары эвакуациянан баш тартҡан. Халыҡҡа эсәр һыу ташыу ойошторолған. Бөгөн граждандарҙы һаҡлау идаралығы Козарез ҡасабаһындағы хәлде лә контролдә тота. Урында ҡотҡарыусылар дежурҙа тора.

Әйткәндәй, Башҡоростанда ташҡындан зыян күреүселәргә ярҙам итеү маҡсатында шылтыратыу үҙәге булдырылды. Бәйләнеш телефоны: 8-800-201-89-03. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында ҡыҙыу элемтә телефоны эшләй. Уның һандары: 233-99-99.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ