Берәҙәк йорт хайуандары ла уларҙың намыҫында. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Руфина Шаһапова ошондай фекерҙә. Законды камиллаштырыу мөһим. Ҡанунда яҙылғандар үтәлһә, ташландыҡ эттәр проблемаһы булмаҫ ине, ти ул.
Үткән шәмбе Учалы районы Сәфәр ауылында 4 йәшлек малайҙы эттәр талап үлтерҙе. Ауыл биләмәһе башлығы ҡулға алынған. Ул ваҡытында тейешле саралар күрмәүҙә ғәйепләнә. Бөгөн төштән һуң Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа берәҙәк хайуандарҙың һанын көйләү темаһына арналған түңәрәк өҫтәл үтә.






