“Республика кардиология үҙәге менән ғорурланабыҙ. Ул ҡеүәтле һәм алдынғы медицина учреждениеларының береһе”. Бөгөн был турала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе. Ул “Кардиология һәм кардиохирургия – проблемаға бер ҡараш” тип аталған Бөтә Рәсәй конференцияһы барышында кардиология хеҙмәте белгестәренә дәүләт бүләктәре тапшырҙы. Быйыл кардиология үҙәге асылыуға 40 йыл тула.
2022 йылда республика кардиология диспансерының яңыртылған корпустарын файҙаланыуға тапшырыу планлаштырыла. Кардиология белгестәренең Бөтә Рәсәй конференцияһы иртәгә лә дауам итә.




