Уларҙың һәр береһе 75 миллион һумға тиң. Был турала бөгөн Республика башлығы Радий Хәбиров белдерҙе. Башҡорт дәүләт университеты һәм Өфө дәүләт авиация-техник университетының ғилми советтары уҡыу йорттарын берләштереүҙе хупланы. Радий Хәбиров белдереүенсә, төп маҡсат уҡытыусылар составына һаҡсыл мөнәсәбәт. Һәр ВУЗдың ҙур тарихы бар. Үҙенсәлекле йолаларҙы һаҡлап ҡалабыҙ. Диссертация советтары һәм филиалдар шулай уҡ һаҡлана, тине Республика башлығы.




