Республика башлығы Радий Хәбиров коронавирусҡа бәйле юғары әҙерлек тәртибе тураһында Указға төҙәтмәләр индерҙе. Уға ярашлы, Башҡортостанға сит илдәрҙән самолет менән, йә башҡа төбәктәр аша килеүселәр коронавирусҡа тест һөҙөмтәләрен алғанға тиклем мотлаҡ изоляцияла булырға тейеш. Был талап пилоттар һәм башҡа транспортты йөрөтөүселәргә ҡағылмай.






