Учалы районы Сәфәр ауыл биләмәһе башлығы ҡулға алынды

Етәксе эшенә һүлпән ҡарауҙа ғәйепләнә. Уға ҡарата Рәсәй енәйәт кодексының 293-сө статьяһы буйынса яуап бирергә тура киләсәк. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, тап Сәфәр ауылында эт өйөрө 4 йәшлек сабыйҙы өҙгөләгәйне. Урындағы халыҡ бер нисә тапҡыр берәҙәк хайуандар үрсеүе тураһында хакимиәт башлығына мөрәжәғәт итеүенә ҡарамаҫтан, тейешле саралар күрелмәгән.

Хакимиәт башлығы йөкмәтелгән вазифаһын еренә еткереп башҡармауы һөҙөмтәһендә эт өйөрө малайға ташланып, уның ғүмерен ҡыйған, – тигән фекерҙә тәфтишселәр. Әле ауыл хакимиәте башлығы ҡулға алынған, тикшереү башланған. Уның иркен сикләү тураһында мәсьәлә хәл ителә. Енәйәт эшен тикшереү барышын Рәсәй тәфтиш комитетының үҙәк аппараты күҙәтеүгә алған.

Фото №1 - Учалы районы Сәфәр ауыл биләмәһе башлығы ҡулға алынды
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ