Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапханала архив материалдарҙың дүрттән бер өлөшө һанлаштырылған

Был турала учреждениеның 185 йыллығына арналған Халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияла билдәләнде. Сарала ҡулъяҙмалар, һирәк баҫмаларҙы һаҡлау мәсьәләһе күтәрелде.

Видеобәйләнеш аша үҙ фекерҙәрен Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Үзбәкстан, Әзербайжан белгестәре еткерҙе. Бөгөн Башҡортостандың Милли китапханаһында өс миллион өс йөҙ мең дана архив документтар, ҡулъяҙмалар, китаптар һаҡлана. Материалдарҙың күбеһе сит ил ғалимдары өсөн дә ҡыҙыҡлы.

Фото №1 - Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапханала архив материалдарҙың дүрттән бер өлөшө һанлаштырылған

Гөлназ Хәйбуллина

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ