Өфөнөң Калинин районы суды 45 йәшлек иргә хөкөм ҡарары сығарҙы. Асыҡланыуынса, 2016 йылда ул мәрхүм танышының ерләүен ойоштороуға һылтанып, банк картаһындағы аҡсаһын үҙ мәнфәғәтендә файҙаланған. Туғандары был хәлгә төшөнгәнсе, хөкөм ителеүсе 1 миллион 300 мең һумды үҙләштереп өлгөргән дә инде. Суд 45 йәшлек ирҙе шартлы рәүештә 3 йыл ярымға иркенән мәхрүм иткән.






