Бөгөн Хөкүмәттә үткән брифингта шул турала хәбәр ителде. Өфө ҡалаһы, Шишмә, Белорет, Архангел, Өфө, Дәүләкән, Ҡырмыҫҡалы, Бөрйән райондарында йылғалар ташыу сәбәпле ҡайһы бер биләмәләргә һыу үтеп ингән. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы етәксеһе урынбаҫары Илдар Сәйетгәрәев һөйләй.
Яҙғын ташҡын башлағандап алып 112-Системаһына 1 мең 200-ҙән ашыу мөрәжәғәт ҡабул ителгән. Уҙған тәүлектә өс шылтыратыу булған. Бындай һан ташҡынға бәйле хәлдең тотороҡлана барыуы менән аңлатыла.






