Форум ошо көндәрҙә Бишкәк ҡалаһында үтә. Унда беҙҙең республиканан ете ойошма тауарҙарын тәҡдим итә. “Башҡортостанда эшләнгән” тип аталған экспозицияла ағас һәм ПВХ әйберҙәр етештергән, мебель һәм елләтеү ҡоролмалары сығарған, интернет хеҙмәте күрһәткән компаниялар стендтары ҡуйылған. Форумда Ҡырғыҙстан һәм Үҙәк Азия илдәре баҙарына сығыу буйынса килешеүҙәр төҙөлдө.






