Штрафтуҡталҡала машинаһын 12 мең сәғәткә ҡалдырған автоһәүәҫкәр яуапҡа тарттырылған

Фото №1 - Штрафтуҡталҡала машинаһын 12 мең сәғәткә ҡалдырған автоһәүәҫкәр яуапҡа тарттырылған

Күмертау район-ара суды водителдән 308 мең ярым һум түләргә талап иткән. 2019 йылдың июнендә Өфөлә уның автомобилен махсус туҡталҡаға алып китәләр. Әммә автомобиль хужаһы уны кире алырға килмәгән. ВАЗ-21150 маркалы машина туҡталҡала 12 мең сәғәттән ашыу булған. Суд ҡарары буйынса, водитель автомобилен алырға һәм буш торған ваҡыт өсөн штраф түләргә тейеш.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ