Республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү буйынса кәңәшмә үткәрҙе. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары шәхси йылытыу пункттарын тергеҙеү программаһы менән сыҡты. Ул йылылыҡ өсөн артыҡ түләмәүгә булышлыҡ итә. Ултырышта алдағы йылытыу миҙгелендә етешһеҙлектәр булмаһын өсөн әленән үк приборҙарҙы тикшереү эшен ойошторорға ҡушылды.




