Халыҡты һаҡлау – беҙҙең илдең төп бурысы!

Фото №1 - Халыҡты һаҡлау – беҙҙең илдең төп бурысы!

Шулай тип белдерҙе Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамәһендә Рәсәй Президенты Владимир Путин. “Сығышым эске мәсьәләләргә арнала. Һүҙ эске сәйәсәт, һаулыҡ һаҡлау, иҡтисад тураһында буласаҡ”, тине ул телмәренең башында уҡ. Дәүләт башлығы пандемия осоронда халыҡҡа ярҙам күрһәткән медицина хеҙмәткәрҙәренә, ирекмәндәргә, шулай уҡ ҡатмарлы осорҙо сабырлыҡ менән үткәргән халыҡҡа рәхмәт белдерҙе. Пандемия йәмғиәтте берләштерҙе, тине Владимир Путин. Ул хәүефле вирус таралыуын туҡтатыу өсөн вакцина яһатырға сағырҙы.

Халыҡты һаҡлау – беҙҙең илдең төп бурысы!

Владимир Путин диспансерлаштырыу программаһын киңәйтергә ҡушты. Ул тулыһынса 1 июлдән эшләй башларға тейеш. Ил етәксеһе әйтеүенсә, алдағы көндәрҙә төбәктәрҙе мобиль медицина диагностикаһы комплекстары менән тәьмин итеү арта.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ