“Күп таныштарым һәм дуҫтарымды юғалттым. Шуға коронавирустан вакцина яһатырға булдым”. Рәсәйҙең халыҡ уҡытыусыһы Лиза Әғәҙуллина беҙгә биргән интервьюһында ошо турала белдерҙе. Педагог вакцинаның ике компонентын да алған.
Өфөлә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында, шулай уҡ бер нисә сауҙа үҙәгендә мобиль пункттар булдырылған.




