Бөгөн Өфөлә ошондай төбәк-ара конкурс һөҙөмтәләре буйынса түңәрәк өҫтәл уҙҙы. Бәйге онлайн барҙы, “Башҡортостан халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм дәүләт телдәрен үҫтереү” дәүләт программаһы сиктәрендә ул быйыл тәүге тапҡыр ойошторолдо. Мәғариф һәм фән министрлығының Милли мәғариф идаралығы етәксеһе Булат Зинуров.
Хәйбулла районынан “Шатлыҡ” балалар баҡсаһы ауылдар араһында абсолют еңеүсе тип танылды. Туған телдә белем биреүгә ҙур иғтибар бүләбеҙ, ти балалар баҡсаһы мөдире Зәбирә Бикбаева.
Конкурста башҡорт телен өйрәнеү буйынса 20 ауыл һәм 10 ҡала мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы бүләкләнде.




