Бөгөн ил етәксеһе Федераль Йыйылыш алдында шулай тип белдерҙе.
Граждандарҙың килемен арттырыу – властың төп маҡсаты. Владимир Путиндың Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамәһендә төп темаларҙың береһе ошо мәсьәлә булды. Ил башлығының 1 июлгә тиклем бала тәрбиәләгән ғаиләләргә ярҙам сараларын әҙерләргә ҡушыуы ла халыҡ өсөн ҡыуаныслы яңылыҡ, ти Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зөһрә Рәхмәтуллина.
Владимир Путин белдереүенсә, илдә 1 миллион бала өсөн 1 мең 300 яңы мәктәп төҙөү планлаштырыла. Алдағы ике йылда педагогия университеттарын йыһазландырыу өсөн 10 миллиард һум аҡса бүлеү ҡарала. Рәсәй юғары уҡыу йорттарында 45 мең бюджет урыны барлыҡҡа килә, уларҙың кәмендә 70 проценты төбәктәр өсөн булырға тейеш.




