Унда төрлө бурыс-маҡсаттар билдәләнде. Шуларҙың береһе - мәктәп уҡыусылары булған ғаиләләргә бер тапҡыр түләү булдырыла.
Республика парламенты рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова әйтеүенсә, Владимир Путиндың сығышында ғаиләләргә ярҙам саралары мөһим темаларҙың береһе булды.
Шулай уҡ 8 йәшкә тиклемге бала тәрбиәләүселәргә ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы буйынса түләүҙә эш стажы иҫәпкә алынмаясаҡ. Диспансерлаштырыу программаһы киңәйтелә, илдә 1 миллион бала өсөн 1 мең 300 яңы мәктәп төҙөү планлаштырыла. Алдағы ике йылда педагогия университеттарын йыһазландырыу өсөн 10 миллиард һум аҡса бүлеү ҡарала. Рәсәй юғары уҡыу йорттарында 45 мең бюджет урыны барлыҡҡа килә, бәләкәй ҡалаларҙа мәҙәниәт йорттары һәм музейҙарҙы яңыртыу өсөн 24 миллард һум аҡса бүлеү ҡарала. Илдә Мәҙәни башланғыстар президент фонды булдырыла. Ил башлығы бөгөн ошолар тураһында ла белдерҙе.




