“Башҡорт теле - балаларға”. Бөгөн Өфөлә ошондай төбәк-ара конкурс һөҙөмтәләре иғлан ителде. Хәйбулла районынан “Шатлыҡ” балалар баҡсаһы ауылдар араһында абсолют еңеүсе тип танылды. Туған телдә белем биреүгә ҙур иғтибар бүләбеҙ, ти балалар баҡсаһы мөдире Зәбирә Бикбаева.
Конкурста башҡорт телен өйрәнеү буйынса 20 ауыл һәм 10 ҡала мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы бүләкләнде.






