Мәктәп уҡыусыларына августа 10 мең һум күләмендә пособие түләнәсәк

Аҡса 1-се синыфҡа барғандарға ла бирелә. Ә июлдән тулы булмаған ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүсе 8-16 йәшлек балалар ай һайын 5 мең 650 һум пособие ала башлай.

Был турала Владимир Путин бөгөн Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамәһендә белдерҙе. Рәсәй Президенты Федераль Йыйылышҡа быйыл 17-се тапҡыр мөрәжәғәт итә. 2000 йылдан алып. Тәүге йылдарҙа төп урынды власть вертикале, үҙәк менән төбәктәр араһындағы бюджет-ара мөнәсәбәттәр, административ реформа йәки вәкәләттәрҙе бүлеү темалары биләһә, һуңғы осорҙа стратегик документ күберәк социаль өлкәгә йүнәлтелә.

Мәғлүм булыуынса, әсәлек капиталы хаҡында ла тәүге тапҡыр тап мөрәжәғәтнамәлә иғлан ителде. Бөгөнгө мөрәжәғәтнамәлә лә ғаиләләрҙе матди яҡтан яҡлауға арналған пункттар күп. Мәҫәлән, 7 йәшкә тиклемге бала сирләгән осраҡта больничный стажға ҡармайынса тулы күләмдә түләнәсәк, быйыл шулай уҡ йәйге ял-һауыҡтырыу лагерҙарына юлламалар хаҡының 50 проценты кире ҡайтарыла.

Фото №1 - Мәктәп уҡыусыларына августа 10 мең һум күләмендә пособие түләнәсәк

Рәмзиә Кәримова

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ