Күсмә диспансер тикшереү. Башҡортостан халҡы «Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк» медицина автопоездарында профилактик медосмотр үтә ала. Акция сиктәрендә төпкөл ауылдарҙа йәшәүселәрҙе төрлө йүнәлештәге табиптар ҡабул итә. Белгестәргә күренеп ҡалыу ғына ла түгел, бушлай коронавирус инфекцияһына ҡаршы прививка ҡаҙатыу ҙа мөмкин. Ауырғазы районында эшләүсе медицина десанты тураһында ентекләберәк БЮТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.
Медицина автопоезында ЭКГ эшләтеп тә, кардиологка күренеп тә була. Надежда Федорова көҙгөһөн йөрәгенә операция яһатҡан. Ханым ҡан әйләнешенә айырыуса иғтибар бүлергә кәрәк икәнен яҡшы аңлай, ләкин ураған һайын Өфөгә йөрөү, унда сират тороу уңайһыҙ, ти ул. Табиптарҙың үҙҙәре килеүенә Шланлы ауылында йәшәүселәр, айырыуса пенсионерҙар шатлана.
Матдәләр алмашыныуын, организмдағы һыу балансын тикшерергә лә мөмкин. Һөҙөмтәләр шунда уҡ билдәле була, белгестәр шунда уҡ йүнәлтмә һәм сәләмәт йәшәү ҡағиҙәләре буйынса кәңәш бирә.
Бер юлы пациенттар флюорография, маммограф, УЗИ кабинеттарын үтә ала. Шулай уҡ, ҡан тапшырып организмда шәкәр һәм холестерин күрһәткестәрен тикшерә. Табиптарға күренеп ҡалыу өсөн күрше ауылдарҙан да яҙылалар.
Медицина автопоезында төрлө йүнәлештәге белгестәргә күренеүҙән тыш, «Гам-Ковид-вак» вакцинаһын ҡаҙатырға ла була. Теләге булғандар тикшерелеп, хәүефле коронавирустан прививка яһатып ҡалырға тырыша
Шланлы табип амбулаторияһы 14 ауылда йәшәүсе ике мең ярымға яҡын кешене хеҙмәтләндерә. Табиптарҙы бында түҙемһеҙлек менән көтөп алалар. ФАП алдында урындағы үҙешмәкәр ансамбль ситтән килгән белгестәрҙе йыр-моң, икмәк-тоҙ менән ҡаршылай.
Медицина автопоезы ауырыуҙарҙы алдан диагностикалау йәһәтенән дә уңайлы, ти халыҡ. Тәгәрмәс өҫтөндәге дауаханаа Ауырғазы районында эшен дауам итә.
Әлфинә Килдейәрова




