Һөт кухнялары һаны тағы берәүгә артты

Сираттағы таратыу пункты Ауырғазы районының Талбазы ауылында асылды. Ул төбәктең йөҙҙән ашыу ғаиләһен хеҙмәтләндерәсәк.

Һөт кухняһы йөклө ҡатындарға һәм өс йәшкә тиклем балалары булған аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә ризыҡтарҙы бушлай тарата. Әле Ауырғазы районы буйынса 160 килешеү төҙөлгән. Яҡын арала продукцияны һатып алыуы ла мөмкин буласаҡ. Таратыу пункттарын күбәйтеү ғаиләләргә һөт ризыҡтарын алыҫҡа йөрөмәйенсә алырға мөмкинлек бирә. Быға тиклем һөт, йогурт, эремсек, кефирҙы урындағы аптеканан алырға тура килгән.

Стәрлетамаҡ бүлексәһе республиканың 15 районында йәшәүселәрҙе, шул иҫәптән Ауырғазы районын да һөтлө ризыҡтар менән тәьмин итә. Баланың йәшенә ҡарап төрлө күләмдәге продукция бушлай бирелә. Һөт аҙыҡтарын һәм ҡоро һөт ҡатнашмаларын һәр аҙнаның шишәмбе, шармашбы һәм йома көндәрендә алырға мөмкин.

Фото №1 - Һөт кухнялары һаны тағы берәүгә артты

Әлфинә Килдейәрова

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ