Йыл башынан ҡараңғылатылған тәҙрә менән йөрөүсе виодителдәргә ҡарата 15 мең протокол төҙөлгән

Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре даими рәүештә рейдҡа сыға. Автомобилдең алғы тәҙрәһенең яҡтылыҡ үткәреүсәнлеге 75 проценттан, ә алғы ҡабырға тәҙрәләр – 70 проценттан да кәм булмаҫҡа тейеш. Ошондай дәүләт стандартына тура килмәгән тәҙрәле автомобиль хужаларына административ штраф һалына, ул 500 һум тәшкил итә.

Рейд барышында бер сәғәт эсендә инспекторҙар туҡтатҡан 10 автомобилдең техник регламентҡа тап килмәүе асыҡланды. Автоһәүәҫкәрҙәрҙең ҡайһы берҙәре урында уҡ ҡара пленканы һүтергә ризалашты. Икенселәренә уны ҡыҫҡа ваҡыт эсендә алырға ҡушылды. Кире осраҡта суд ҡарары буйынса водителдең 15 тәүлеккә тиклем ҡулға алыныуы ихтимал.

Фото №1 - Йыл башынан ҡараңғылатылған тәҙрә менән йөрөүсе виодителдәргә ҡарата 15 мең протокол төҙөлгән

Рәмилә Исмәғилева

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ