Яңауыл ҡалаһында ГТО нормаларын үтәү буйынса ғаилә фестивале ойошторолдо

Ғаилә командалары төрлө арауыҡҡа йүгереү, турникта күнекмәләр эшләү, ҡулдарға таянып кәүҙәне күтәреү һәм башҡа һынауҙар буйынса ярышты. Хеҙмәт һәм оборонаға әҙерлектә яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтеүселәр алтын билдә менән бүләкләнде. Яңауыл республика муниципалитеттары араһында ГТО нормативтарын үтәү рейтингында өсөнсө урында. Ҡалала урамда спорт менән шөғөлләнеү өсөн тренажерҙар урынлаштырыласаҡ.

Улым футболсы, өләсәйебеҙ спорттың бөтә төрҙәре менән дуҫ, тиергә була. Үҙем ауыр атлетика менәнн шөғөлләндем, хәҙер волейбол уйнайым. Пандемия ваҡытында туҡтатылып торғас , бындай ярыштарҙы һағындыҡ.

Эльвира Баязитова, фестивалдә ҡатнашыусы
Фото №1 - Яңауыл ҡалаһында ГТО нормаларын үтәү буйынса ғаилә фестивале ойошторолдо

Рәмилә Исмәғилева

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ