Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәлә экология мәсьәләһенә туҡталып үтте. Иҡтисадты экологик стандарт һәм талаптарға яраҡлаштырыу бурысы ҡуйылды. Тәбиғәткә зыян килтергән сәнәғәт ойошмалары экологияны яҡшыртыуға аҡса түләргә тейеш була, тип белдерҙе Рәсәй Президенты. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, “Йәшелдәр” партияһы төбәк бүлексәһе етәксеһе Руфина Шаһапова фекере.






