Был хаҡта Рәсәй президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамәһендә белдерҙе. Тулы булмаған ғаиләлә тәрбиәләнгән 8-ҙән 16 йәшкә тиклемге балалар өсөн июль айынан түләүҙәр ҡаралған.
Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова әйтеүенсә, тулы булмаған ғаиләләр ярҙамға мохтаж. Шуға күрә был күптән көтөлгән ярҙам сараһы.






