Ул тулыһынса 1 июлдән эшләй башларға тейеш. Ил етәксеһе әйтеүенсә, алдағы көндәрҙә төбәктәрҙе мобиль медицина диагностикаһы комплекстары менән тәьмин итеү арта.
Һаулыҡ һаҡлау – иң мөһим өлкә. Мөрәжәғәтнамәнең төп өлөшө ошо темаға бәйле булды. Бөтә йәштәге кешеләр өсөн диспансерлаштырыу ойошторолоуы тураһындағы мәғлүмәт табиптарҙы тағы яуаплыраҡ булырға саҡыра. “Халыҡ һаулығына битараф ҡарамаһын ине”, - ти Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Римма Үтәшева.
Владимир Путин билдәләүенсә, 2030 йылға тиклем Рәсәйҙә уртаса ғүмер оҙонлоғо 78 йәшкә етергә тейеш.




