Юлбашсының тыуыуына бөгөн 151 йыл. Владимир Ленин 20-се быуат башында ике тапҡыр Өфө ҡалаһында ла булып китә. Хәҙер ул туҡтаған өйҙә йорт-музей эшләй. Әлеге көндә бында "Һәр пионер музейҙы хәтерләй" исемле күргәҙмә уҙа. Музейҙың һаҡлау фонды белгесе Гөлсәсәк Миңлеғәлиева һөйләй.
Ленин музейы бинаһы тарих һәм мәҙәниәт һәйкәлдәре исемлегенә индерелгән.






