Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай вице-спикеры Рөстәм Ишмөхәмәтов шулай тип белдерҙе. Уның һүҙҙәренсә, депутаттар алып барған байтаҡ эштәр Владимир Путиндың сығышында сағылыш тапҡан.
Владимир Путин белдереүенсә, илдә 1 меңдән ашыу яңы мәктәп төҙөү планлаштырыла. Педагогия университеттарын йыһазландырыуға иғтибар арта. Рәсәй юғары уҡыу йорттарында 45 мең бюджет урыны барлыҡҡа килә, уларҙың кәмендә 70 проценты төбәктәр өсөн булырға тейеш.




