Уларҙың 51-е ҡоро үлән яныуға бәйле. Бөгөн янғын хәүефенең 2, 3 һәм 4 класы иғлан ителде. Иң юғары хәүеф Әлшәй, Архангел, Күгәрсен, Мәләүез, Стәрлетамаҡ һәм Туймазы райондарында һаҡлана.
Башҡортостанда 17 апрелдән янғынға ҡаршы айырым тәртип индерелде. Уға ярашлы, урмандарға инеү сикләнә, ҡоро үлән, сүп-сар, усаҡ яғыу ҡәтғи тыйыла. Ҡағиҙә боҙоусыларға административ һәм енәйәт яуаплығы янай.




