“Башкиравтодор” йәмғиәте һәм подрядсы ойошмалар хеҙмәткәрҙәре зыян күргән юл ҡатламдарын һәм элементтарын йүнәтә, юл һыҙаттарын һәм билдәләрен тергеҙә. Республика юлдарында 5 апрелдән 4 майға тиклем ауыр йөк ташыусы машиналар хәрәкәте лә сикләнә. Башҡортостан хөкүмәтенең ошо турала Күрһәтмәһе бар.




