Ҡулланыусылар хоҡуғын күҙәтеү хеҙмәтенән белдереүҙәренсә, талпан ҡаҙалып медицина ойошмаларына 124 кеше мөрәжәғәт иткән. Былтыр был һан аҙыраҡ ине. Гигиена һәм эпидемиология үҙәге лабораторияларында талпан энцефалит менән зарарланыуға һәм боррелияларға тикшерелә. Талпан энцефалитына ҡаршы төп профилактика сараһы – иммунлаштырыу ти белгестәр. Прививканы йыл әйләнәһенә эшләтергә мөмкин.






