Бөгөн Республика парламенты депутаттары ошо турала закон проектын беренсе уҡыуҙа ҡабул итте. Бер нисә көн эсендә күберәк кеше тауыш бирә, тимәк һайлау һөҙөмтәләре халыҡ фекерен дөрөҫөрәк сағылдырырға тейеш, тине Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев. Дума составы быйыл сентябрҙә яңыра.




