Беҙҙең республика ошо проект һыналған төбәктәр рәтенә инде. Уға ярашлы, предприятиеларға ярҙам ваҡыты ярты йылдан бер йылға тиклем оҙайтыла. Был турала Премьер-министрҙың беренсе урынбаҫары Рөстәм Моратов белдерҙе. "Хеҙмәт етештереүсәнлеге" проекты ил президенты ҡушыуы буйынса ғәмәлгә ашырыла, 2024 йылға тиклем етештереүсәнлекте йыл һайын 5 процентҡа арттырыу маҡсаты ҡуйылған.






