Өфө табиптары алты маршрут буйынса сәфәргә сыҡты. Терапевт, теш табибы, кардиолог, маммограф һәм башҡа табиптарға күренергә мөмкин, шулай уҡ коронавирустан прививка яһатырға була. Ауырғазы районының Талбазы үҙәк дауаханаһынан бүлек мөдире Нурия Вәлиева.
Әле мобиль пункттар Архангелдең Оҙонлар ауылы, Салауат районының Нәсибаш, Бөрөнөң Шалҡан, Бүздәктең Кәпәй-Ҡобау, Ауырғазының Семёнкин, Белорет районының Туҡан ауылдарында эшләй.




