Башҡортостанда ирекмәндәр вакцинацияға барырға ярҙам итә

Акция «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Беҙҙең хәстәрлек» проекты сиктәрендә ойошторолған. Был хеҙмәт оло быуын вәкилдәре һәм физик мөмкинлеге сикләнгән кешеләр өсөн ҡаралған. Ирекмәндәрҙе бөгөн БЮТ каналының ижади төркөмө лә оҙатып йөрөнө. БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Ирекмәндәргә Тамара менән Алексей Спиридоновтарҙы оҙаҡ көтөргә тура килмәй. Улар йәштәрҙең килгәнен кейенеп ишек төбөндә үк көтөп тора. Сөнки ғаилә коронавирустан прививка яһатырға күптән ниәтләгән, әммә өлкән йәштәгеләр өсөн сикләүҙәр индерелеү һәм поликлиниканан алыҫ йәшәү сәбәпле форсат теймәгән. Шуға Спиридоновтар ярҙам һорап «Берҙәм Рәсәй» партияһының колл үҙәгенә мөрәжәғәт иткән.

Алексей Васильевичҡа быйыл 84, ә Тамара Андреевнаға 82 йәш тула. Табиптар әйтеүенсә, уларҙың сәләмәтлеге яҡшы. Вакцина яһау өсөн тыйылған сирҙәре юҡ. Бары тик ҡан баҫымын, сатурацияны тикшереү, тейешле документтарҙы тултырыу талап ителә.

Әҙерлек оҙаҡ һымаҡ тойолһа ла, коронавирустан прививка һанаулы ғына секундтарҙа эшләнә. Шулай ҙа табиптар уколдан һуң 30 минут ултырып торорға, температура күтәрелһә дарыу эсергә кәңәш итә. Спиридоновтар әйтеүенсә, улар борсолмай, эргәләрендә ярҙамсы ирекмәндәр бар.

Спиридиновтарҙың хәле яҡшы, вакцинациянан һуң ирекмәндәр уларҙы кире өйҙәренә илтеп ҡуя. Автомобиль хужаһы Әнүәр Рәхмәтуллин әйтеүенсә, мохтаждарға ярҙам итеү һәр беребеҙҙең бурысы.

Автоирекмәндәр оло быуын вәкилдәренә һәм физик мөмкинлектәре сикләнгәндәргә үҙ автомобилдәрендә вакинацияға барырға ярҙам итә. Был хеҙмәт менән файҙаланыу өсөн «Берҙәм Рәсәй» партияһының кол үҙәгенә мөржәғәт итергә кәрәк. Телефон һандарын экранда күрәһегеҙ.

8-800-201-89-03

Фото №1 - Башҡортостанда ирекмәндәр вакцинацияға барырға ярҙам итә

Рәмзиә Кәримова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ