Сәләмәт табип ҡына сәләмәтлек өсөн көрәшә ала

Баш ҡалала медицина хеҙмәткәрҙәре эшмәкәрлегенең эпидемиологик хәүефһеҙлеге Бөтә Рәсәй конференцияһы бара. Унда ҡатнашыусылар дауаханала эшләүселәрҙең һаулығын тәьмин итеү, йоғошло сирҙәрҙән һаҡлау тураһында фекер алыша.

Ғилми-ғәмәли конференцияла шулай уҡ сит ил вәкилдәре лә ҡатнаша. Спикерҙар булараҡ Ҡытай белгестәре сығыш яһай. Тап ошо сит илдә яңы коронавирус башланды һәм унда табиптарҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү юғары кимәлдә ойошторолған.

Ковидҡа бәйле пандемия тотош Ер шарының медицина өлкәһенә ҙур һынау ҡуйҙы. Күп кенә илдәрҙә тап персоналдың әҙер булмауы арҡаһында был сир тиҙ таралды. Кеше һаулығы һағында тороусылар үҙҙәре лә коронавирус йоҡтороп ғүмере өҙөлдө. Был күренеш медицина персоналының эпидемиологик хәүефһеҙлеге талаптарын ҡайтанан ҡарап сығырға һәм камиллаштырыуға этәрҙе, ти конференцияла ҡатнашыусылар.

Табиптар хәүефһеҙлеге һәр ваҡытта ла көнүҙәк. Ләкин тап әлеге шарттарҙа ул айырыуса актуаль. Ауырыуҙар бер ергә тупланған урында уны йоҡтороу хәүефе юғары. Һәм тарихтан билдәле булыуынса тап табиптар йәмғиәте эпидемия ваҡытында күберәк зыян күрә. Шуға күрә башҡаларға күрһәтелгән медицина ярҙамы сифаты тап табиптарҙың үҙ сәләмәтлегенә бәйле.

Николай Брико, Ф.Эрисман исемендәге йәмәғәт сәләмәтлеге институты директоры

Башҡортостан да башҡа төбәктәр шикелле пандемияға әҙер булмай сыҡты. Күп кенә һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында вирус таралып карантинға ябылды. Ковид эҙемтәләренән һәләк булыусы табиптар ҙа юҡ түгел. Шуға күрә бындай сараның тап Башҡортостанда үтеүе ҙур әһәмиәткә эйә.

Фото №1 - Сәләмәт табип ҡына сәләмәтлек өсөн көрәшә ала

Айнур Кәбиров

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ