Республикала асфальт-бетон заводтары ай башынан эш башланы

Эҫе асфальт ҡатнашмаһы Башҡортостанда 26 урында етештерелә. Сифатлы япма ярҙамында юл ремонтлау киң ҡолас менән үтәләсәк. Был хаҡта тулыраҡ БЮТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова.

Был асфальт -бетон заводы Иглин ауылы янында урынлашҡан. Етештереү ҡеүәте сәғәтенә 40 тонна. Ҡомташ-гравий ҡатнашмаһын, ҡырсынташты бульдозер этәп ленталы транспортерға еткерә, һуңынан был масса бункерға оҙатыла. Асфальт өсөн кәрәкле компоненттар проценты махсус миҡдар буйынса алына. Киптереү барабанын үткәс, бетон бутағыста битум менән аралаштырыла. Артабан вагонетка ярҙамында ул бункерға йүнәлтелә. Әҙер эҫе асфальт ҡатнашмаһын автосамосвалдар юл ремонтлау участкаларына илтә.

Беҙҙең асфальт заводы беренсе апрелдән эш башланы. 14-cе апрелдән соҡорҙарҙы ямауға тотондоҡ. Беҙ етештергән сеймалдан ныҡлы асфальт ҡатламы барлыҡҡа килә.

Алексей Старухин , Иглин районы юл-төҙөлөш идаралығының баш механигы

Өфө- Иглин-Красная Горка-Павловка йүнәлешендәге 4 саҡрым юл төҙөләшәндә лә эҫе асфальт ҡатнашмаһы ҡулланыла.Төбәк һәм муниципалиттетар араһындағы әһәмиәтле юлдар хәүефһеҙ һәм төҙөк булһын өсөн бөтә талаптар ҙа үтәлә.

Юл төҙөүгә Благовещен һәм Шишмә райондарында ла тотонғандар.Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар милли проектын ғәмәлгә ашырыуға 6 миллиард һум аҡса йүнәлтелгән, уларҙың миллиард 700 миллион һумы федераль ҡаҙнанан.Проект сиктәрендә 312 километрҙан ашыу юл ремонтлау күҙаллана.

Фото №1 - Республикала асфальт-бетон заводтары ай башынан эш башланы

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ