Өфөлә «Георгий таҫмаһы» акцияһы старт алды

Илһөйәрлек акцияһы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 76 йыллығына арнала.

Ошо маҡсатта биш йөҙҙән ашыу ирекмән баш ҡаланың ҙур майҙандарына сыҡты. Хәрби дан символы булған «Георгий таҫмаһы» Орджоникидзе исемендәге майҙанда, иртәгәнән «Йүрүҙән» сауҙа үҙәгендә таратыласаҡ. Проектта ҡатнашҡан ирекмәндәр көн һайын йәмәғәт биләмәләрендә эшләйәсәк.

Акция 9 майға тиклем дауам итә. Еңеү символы Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙарын иҫкә алыу билдәһе булараҡ кейемгә беркетелә. Георгий таҫмалары Еңеү көнө хөрмәтенә төрлө сараларҙа, ойошмаларҙа, республика ҡала-ауылдары урамдарында таратыла.

Фото №1 - Өфөлә «Георгий таҫмаһы» акцияһы старт алды

Гүзәл Борханова

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ