Был турала Халыҡ-ара хоккей федерацияһынан хәбәр итәләр. Чемпионат 6 майҙан 16-на тиклем Канаданың Галифакс һәм Труро ҡалаларында уҙырға тейеш ине. Килеп тыуған хәл айырыуса «Өфө» командаһы өсөн үкенесле. Сөнки милли йыйылма команда составына бер юлы ете яҡташыбыҙ, шулай уҡ тренерҙар штабына Денис Афиногенов ингәйне.
Быға тиклем «Ағиҙел»дең Рәсәй командаһына бындай ҙур составта ингәне юҡ ине. Әлегә ярыштың артабанғы яҙмышы тураһында һүҙ йөрөтөргә иртәрәк. Халыҡ-ара боҙҙа хоккей федерацияһы менән Канада хоккей федерацияһы чемпионатты быйыл үткәреүгә бар көсөн һаласағын белдергән.
Гүзәл Борханова




