Сираттағы эстафетаны милли көрәш ҡабул итте. Стәрлебаш районында уҙған ярышта Башҡортостандың 9 ҡалаһынан һәм 23 райондан мәктәп уҡыусылары ҡатнашты. Йәш батырҙарҙың барыһы ла муниципаль һәм зона ярыштары еңеүселәре.
Көрәшселәр араһында төрлө кимәлдәге бәйге призерҙары, хатта Рәсәй чемпиондары ла бар. Баҡалы районынан Айназ Шәйҙуллин күптән түгел Ҡазанда алтын миҙалға лайыҡ булған.
Спартакиада һөҙөмтәһе буйынса, командалар араһында пьедесталдың беренсе баҫҡысына Стәрлебаш районы көрәшселәре күтәрелде. Икенсе урында Баҡалы, өсөнсөлә – Ҡариҙел районы. Әйткәндәй, «Мәктәптәргә – спорт көрәше» программаһы сиктәрендә бөгөн республиканың күп кенә ауылдарында милли көрәш залдары асылған.
Илдар Байбулатов




