Өфөлә ике ир һыуға батҡан экскаватор эсендә ҡалып һәләк булған

Бәхетһеҙ осраҡ «Баштрансгидромеханизация» йәмғиәте карьерында теркәлгән. Хеҙмәт буйынса дәүләт инспекцияһы мәғлүмәттәренә ярашлы, техника һыуға батҡанда уның кабинаһында 47 йәшлек бригадир менән 38 йәшлек баш механик ултырған булған.

Улар экскаватор эсенән сыға алмаған. Әлеге ваҡытта инспекторҙар предприятиела хәүефһеҙлек техникаһы һәм хеҙмәтте һаҡлау саралары үтәлешен тикшерә.

Фото №1 - Өфөлә ике ир һыуға батҡан экскаватор эсендә ҡалып һәләк булған
Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ