Бөгөн республика парламенты ултырышында ҡанундарға төҙәтмәләр индереү ҡаралды

Ҡоролтай депутаттары Дәүләт Думаһына «Хайуандарға ҡарата яуаплы мөнәсәбәт» һәм «Страховкаланған пенсия» тураһындағы закондарға үҙгәрештәр индереү буйынса проекттар тәҡдим итә. Көн талабы буйынса ҡанундарға төҙәтмәләр индереү бөгөн уҙған республика парламенты ултырышында ҡаралды. Ентекләберәк БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева әҙерләгән яҙмала.

Республика парламенты ултырышының башында уҡ Өфө халҡын борсоған проблемаларҙың береһе – Комсомол урамын төҙөкләндереү һорауы күтәрелде. Уға парламент тикшереүе үткәрергә тәҡдим булды. Оҙаҡҡа һуҙылған ремонт эштәрен күҙәтеү профилле комитетҡа йөкмәтелде. Төбәк прокурорының сығышының күп өлөшө коронавирус пандемияһы ваҡытында килеп тыуған хәлдәр буйынса. Прокуратура ҡатнашлығы ярҙамында, мәҫәлән,

Мотлаҡ медицина страховкалауы өлкәһендә эшмәкәрлек алып барыусы акушерлыҡ һәм гинекология профилендә юғары технологиялы ярҙам күрһәтеүсе ойошмалар мөлкәт һалымынан азат ителеүе ихтимал .Депутаттар йөклө ҡатын-ҡыҙҙар медицина учреждениеһына иҫәпкә тороу ваҡытын хәҙер һуҙып йөрөмәйәсәк, тигән фекерҙә. Сөнки ил президенты мөрәжәғәтнамәлә уларға аҡсалата ярҙам күрһәтергә ҡушты.

Күп балалы ғаиләләр 150-нән 200 тиклемге ат көсө булған еңел автомобиле өсөн һалымдың ярты хаҡын түләтергә тәҡдим проекты бар. Ишле ғаиләләр, инвалидтар, Бөйөк ватан һуғышы ветерандары түләүле парковкалар менән бушлай файҙалана аласаҡ. Шулай уҡ электромобиль хужаларына ла ошондай уҡ ташлама бирелә.

Һайлауҙар өс көн дауам итеүе ихтимал. Депутаттар сәйәси кампания тураһындағы кодексҡа үҙгәреш индерергә теләй. Тәҡдим хупланһа, берҙәм һайлау көнө алдынан тағы ике көн өҫтәлә.

Һуңғы ваҡыттағы киҫкен проблемаларҙың береһе буйынса ла парламентарийҙар Дәүләт Думаһына закон проекты әҙерләгән. Ул – йорт хайуандарын идентефикациялау. Йорт хайуандарына ҡарата яуаплылыҡ тураһында закон бар, әммә яуаплылыҡ юҡ. Уға ярашлы һәр йорт хайуаны мотлаҡ тамғаланырға тейеш. Рәсми сығанаҡтар буйынса республикала 150 меңдән ашыу берәҙәк иҫәпләнә.

Парламент ултырышында алдағы өс йылға республика бюджеты ла ҡаралды.

Фото №1 - Бөгөн республика парламенты ултырышында ҡанундарға төҙәтмәләр индереү ҡаралды

Рәмилә Исмәғилева

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ