Еңеү көнөндә баш ҡаланың Октябрь проспектында Өфө гарнизоны, федераль башҡарма власть органдарының территориаль бүлексәләре хәрбиҙәре ҡатнашлығында тантаналы марш ойошторола. Парадта шәхси составтан мең ярым кеше ҡатнаша, оркестр, Бөйөк Ватан һуғышы һәм заманса хәрби техника үтә. Күктә бәләкәй авиация сығышы ла көтөлә. Рус дәүләт академия драма театры эргәһендә хәрби машиналар күргәҙмәһе уҙғарыла.
Майҙанда санитар-эпидемиологик талаптар үтәлеше етди контролдә буласаҡ. Был турала бөгөн Хөкүмәт йортонда ойошторолған ултырышта билдәләнде. «Үлемһеҙ полк» акцияһы быйыл онлайн-форматта үтә. 19 апрелдә республикала йәшәүселәрҙән полкрф.ру сайтында ғаризалар ҡабул ителә башланы, фотоларҙы 9 майға тиклем ебәрергә мөмкин.
Район-ҡалаларҙа ла Бөйөк Еңеүҙең 76 йыллығы уңайынан тантаналы саралар уҙғарыла. Урындағы мәҙәниәт йорттары мобиль автоклубтар ойоштора. Улар байрамда ҡатнаша алмаған ветерандарҙың йорттары алдында сығыш яһап, парадтан үтәсәк. Баш ҡалала мәҙәни программа бер көнгә алдараҡ башлана.
Еңеү көнө уңайынан Өфөнөң Ленин майҙанында һәм Моторҙар төҙөү мәҙәниәт һарайы алдында байрам салюты атыла. Башҡортостан юлдаш телевидениеһында баш ҡалала үтәсәк тантаналы саралар тура трансляцияла күрһәтелә.
Гөлназ Хәйбуллина






