Быйыл башҡорт теленән Халыҡ-ара диктант өс кимәлдә яҙыла

Башҡорт телен башланғыс кимәлдә белеүселәр, телдә иркен аралашыусылар һәм төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙыусылар өсөн. Яҙма эш 24 апрелдә сәғәт 11-ҙә башлана. Ул Башҡортостан юлдаш телеканалында тура эфирҙа үтә.

Диктантты Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова, музыканттар – «Бүреләр» төркөмө солисы Илшат Абдуллин, рок башҡарыусы Альберт Исмәғил уҡый. Акцияла ҡатнашыу өсөн башдиктант. ру сайтында теркәлергә кәрәк.

Диктантты өйҙә яҙырға мөмкин. Шулай уҡ укыу йорттарында, мәҙәниәт учреждениеларында, предприятиеларҙа һәм башҡа урындарҙа ла ойошторола. Баһа 30 көн эсендә башдиктант. ру сайтында баҫыла.

Фото №1 - Быйыл башҡорт теленән Халыҡ-ара диктант өс кимәлдә яҙыла

Рәмилә Исмәғилева

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ